Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Март 2022, 14:07

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Салауат химия заводы АҠШ санкцияларына эләкте

АҠШ Берләшкән двигателдәр эшләү компанияһына санкциялар индерҙе («Ростех» дәүләт корпорацияһының бер өлөшө). Был турала 3 мартта билдәле булды. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе — хәрби истребителдәр өсөн двигателдәр етештергән һәм граждандар авиацияһы өсөн двигателдәр эшләүҙә ҡатнашҡан предприятие Берләшкән двигателдәр эшләү компанияһына ҡарай. Киң мәғлүмәт сараларында бер ҡасан да Өфө моторҙар эшләү берекмәһе двигателдәре ҡуйылған самолеттарҙы Америкаға ебәреүҙәре тураһында хәбәр баҫылғаны юҡ ине.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Салауат химия заводы АҠШ санкцияларына эләкте
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Салауат химия заводы АҠШ санкцияларына эләкте

Салауат химия заводына ҡарата ла («Газпром нефтехим Салауат» структураһына инә) санкциялар индерелде, был турала 4 мартта Роскосмос етәксеһеДмитрий Рогозин хәбәр итте. Башҡортостан заводы континенталь-ара баллистик ракеталар өсөн яғыулыҡ етештерә.

Ғөмүмән, АҠШ һәм уның союздаштары Рәсәйҙең 22 оборона предприятиеһына ҡаршы санкциялар иғлан итте.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: