Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Март 2022, 15:49

Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ тураһында хәбәр итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында ауыр хәбәр еткерҙе.

Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ тураһында хәбәр итте
Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ тураһында хәбәр итте

«Ейәнсура районында тыуып үҫкән өлкән лейтенант Алексей Кондратьев хәрби поста һәләк булған. Офицер китеп барған автомобиль ҡурҡыныс юл фажиғәһенә осраған. Уның Иҫәнғол ауылында ата-әсәһе, ҡатыны һәм биш айлыҡ сабыйы ҡалған. Өлкән сержант Кузьма Николаевтың да хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. Яҡташтарыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтербеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Конференцияла ҡатнашыусылар өлкән лейтенант Алексей Кондратьевты һәм өлкән сержант Кузьма Николаевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

«Украина биләмәһендәге махсус операцияла ҡатнашҡан бөтә яугирҙар хәрби бурысын ҡыйыу үтәй – ысын геройҙар. Беҙ һеҙҙең менән, егеттәр, тибеҙ бөгөн беҙ уларға. Рәсәй һеҙҙең менән», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: