Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
14 Март 2022, 10:25

Дүрт алтын табыу предприятиеһының эшмәкәрлеге туҡтатылды

Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылды.

Дүрт алтын табыу предприятиеһының эшмәкәрлеге туҡтатылдыДүрт алтын табыу предприятиеһының эшмәкәрлеге туҡтатылды
Дүрт алтын табыу предприятиеһының эшмәкәрлеге туҡтатылды

«Учалы районында — «Альтинвест», «Баширемельресурс», Баймаҡ районында «Таналыҡ» һәм «Граф» предприятиеларының эше туҡтатылды», — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән зыянды бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыуға баһаланы.

Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ҡом-ҡырсынташ карьерын эшкәртеү туҡтатылды.

Күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелде.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас