Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Март 2022, 09:58

YouTube-та совет киноһын ҡарап булмай

Рәсәй Дәүләт телерадиофондының «Совет телевидениеһы» һәм «Совет радиоһы» каналдарын хәҙер YouTube-та ҡарап булмай.

YouTube-та  совет киноһын ҡарап булмай
YouTube-та совет киноһын ҡарап булмай

Фондтың социаль селтәрҙәре хәбәр итеүенсә, 11 марттан 12-нә ҡарай төндә хостинг совет фильмдары, тапшырыуҙары, концерттары һәм радиоспектаклдәре тупланған видеоархивты япты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда YouTube етәкселеге илебеҙҙең дәүләт киң мәғлүмәт саралары аккаунттарын блокировкалау тураһында белдерҙе, шулай уҡ Рәсәй ҡулланыусылары өсөн монетизациялауҙы һәм яҙылыуҙы ғәмәлдән сығарҙы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: