Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Март 2022, 17:40

Ҡала хакимиәте башлығының автомобилен төкөгәндәр

Ваҡиға тураһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә лә яҙып үткән ине. Етәксе һүҙҙәренсә уның хәрәкәтһеҙ ултырған  эш машинаһына үтеп барған икенсе еңел автомобиль бәрелгән.

Ҡала хакимиәте башлығының автомобилен төкөгәндәр
Ҡала хакимиәте башлығының автомобилен төкөгәндәр

Юл-транспорт ваҡиғаһы ҡалабыҙҙың Артем урамындағы йорт алды эсендә теркәлгән. Руль артында ултырған кеше лә, уның пассажиры ла иҫерек булған.

- Үҙенең генә түгел, башҡа кешеләрҙең дә ғүмерен хәүефкә ҡуйып иҫерек килеш руль артына ултырыусылар аптырата. Йылдан йыл закондар ҡәтғиләшә, автоһәүәҫкәрҙәргә ҡарата яуаплылыҡ көсәйтелә, әммә статистика күрһәтеүенсә иҫерек килеш руль артына ултырыусылар һаман да бар. Был һорау актуаль тип иҫәпләйем, бындай осраҡтар теркәлмәһен өсөн тағы ла ниндәй саралар күрелергә тейеш тип иҫәпләйһегеҙ?, - тип яҙа ул, халыҡҡа өндәшеп.

Ярар ҙа башҡа кешеләр зыян күрмәгән, машинаны ғына йүнәтеп, йә булмаһа яңыһын һатып алырға булыр. Ә иҫерек кешегә диңгеҙ ҙә тубыҡтан тейҙәр, баланы ла, билдәле кешене лә тапап китеүе уға бер ни түгел.

Ҡала хакимиәте башлығының автомобилен төкөгәндәр
Ҡала хакимиәте башлығының автомобилен төкөгәндәр
Автор:
Читайте нас: