Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Март 2022, 14:43

Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған майор Илгиз Усманов менән бәхилләштеләр

Бөгөн, 18 мартта, Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында Украиналағы хәрби махсус операция һәләк булған майор, мотоуҡсылар батальоны командиры урынбаҫары Илгиз Усманов менән бәхилләштеләр.

Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған майор Илгиз Усманов менән бәхилләштеләр
Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған майор Илгиз Усманов менән бәхилләштеләр

Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, яугирҙең туғандары, яҡындары, дуҫтары һәм яҡташтары ҡатнашты.

«Башҡортостан был яҙғы, ҡояшлы көндә тағы бер лайыҡлы улы менән бәхилләшә. Бөгөн яугир һәм герой Илгиз Исмәғил улы Усмановты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ул бөтә ғүмерен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаны, Сүриәлә террорсыларға, Украинала нацистарға ҡаршы көрәште. Рәсәй Президенты Указы менән үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Илгиз Исмәғил улының ата-әсәһе, ҡатыны, балалары, туғандары һәм яҡындары ниҙәр кисереүен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Беҙ уның туғандарына һәм яҡындарына мотлаҡ ярҙам итербеҙ, уларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ. Тыныс йоҡла, герой, һинең турала иҫтәлек  беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр», –тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровҡа Илгиз Усмановтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Илгиз Усманов 1984 йылда Шишмә районы Алкин ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында уҡ аҡыллы, тыныс холоҡло уҡыусы булған. Борай ауылындағы урта мәктәпте тамамлағас, 2002 йылда Силәбе юғары хәрби команда училищеһына уҡырға ингән. Танк взводы командиры, мотоуҡсылар батальоны командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән, миҙалдар менән бүләкләнгән. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, майор Илгиз Усманов хәрби антына тоғро ҡалып, геройҙарса һәләк булған.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: