Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Апрель 2022, 20:51

Йәшәй ҙә башламаған балаларҙың ғүмерен әрәм иткән...

Бөгөн Ульяновск өлкәһендә ҡот осҡос ваҡиға теркәлде. Психик сирле Руслан Әхтәмов балалар баҡсаһына ҡорал тотоп килеп инә һәм ата башлай. 

Йәшәй ҙә башламаған балаларҙың ғүмерен әрәм иткән...
Йәшәй ҙә башламаған балаларҙың ғүмерен әрәм иткән...
Һөҙөмтәлә 5 һәм 6 йәшлек ике бала, бер тәрбиәсе ҡатын урында һәләк була. Тағы бер тәрбиәсе ҡаты яралана, ул әле дауаханала.
Әйткәндәй, енәйәтсе шунда уҡ үҙен дә атып үлтерә. Әлеге мәлдә тикшереү бара.

Шуныһы ла уйландыра, был баҡсала һаҡ хеҙмәткәре ҡаралмаған...
Нисек кенә булмаһын, фажиғә хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү хаҡында туранан-тура һөйләй.
Инде балаларыбыҙҙы Хоҙай һаҡлаһын, кескәйҙәргә ҡарата яуаплыраҡ булһаҡ ине.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
 
Автор:
Читайте нас: