Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Июнь 2022, 09:15

Газға хаҡ артыу арҡаһында Британияла эре завод ябылған

    Британияла азот ашламаһы етештереүсе иң эре завод ябылған. Был турала, предприятиеның хужаһы булған  CF Fertilisers компанияһына һылтанып, The Telegraph гәзите  яҙа. Баҫма хәбәр итеүенсә, газға һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һалым һалыу кимәленә хаҡтар ныҡ артыу арҡаһында компания заводтың эшенә ярҙам итә алмай. #Путин

Предприятиеның ябылыуы  Британияла аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү сылбырының боҙолоуына килтереүе ихтимал.

 Британияның энергияны яйға һалыу буйынса башлығы Джонатан Бреарли белдереүенсә, газ менән электр энергияһына хаҡтар күтәрелеүе Берләшкән Короллек өсөн «йәшәү менән үлем мәсьәләһе»нә әйләнеүе бар.

Уның һүҙҙәренсә, баҙар сиктән тыш тотороҡһоҙлана һәм быйыл хаҡтарҙың ныҡ артыуы көтөлә.

Бреарли шулай уҡ Британия энергетика баҙарына фундаменталь үҙгәрештәр кәрәк, тип белдерә.

Британияла газға хаҡтар Рәсәй  президенты Владимир Путин  газ өсөн һум менән түләүгә күсергә ҡушҡандан һуң 25 процентҡа артты, тип белдерәләр улар. Был ҡарар, РФ Украинала махсус операциялар башлауға бәйле, күрше дәүләттәр, шул иҫәптән Бөйөк Британия ла Рәсәйгә ҡаршы  санкциялар индергәндән һуң булды. Көнбайыш һәм Европа үҙҙәренең проблемаларында ғәҙәттәгесә Рәсәйҙе һәм Путинды ғәйепләй.

Р.ЗАМАНОВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: