Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
5 Июль 2022, 18:16

ИКЕ ҒҮМЕРҘЕ ҠОТҠАРҒАН!

Һауа торошо әллә ни ҡыҙыу тормаһа ла, ял, тыныслыҡ эҙләп һыу буйына барыусылар күп. 

ИКЕ ҒҮМЕРҘЕ ҠОТҠАРҒАН!
ИКЕ ҒҮМЕРҘЕ ҠОТҠАРҒАН!

Ут менән уйнарға ярамағанын, йылға буйында хәүефһеҙлек һаҡлау кәрәклеген әленән-әле иҫкәртеп торһаҡ та, аяныслы тамамланған хәл-ваҡиғалар тураһында ишетеп торабыҙ. Ғафури районындағы Тоҙйылға буйында ла ошондай хәл теркәлә яҙған, Стәрлетамаҡ уҡыусыһы Радмир Хөснөтдинов унда булмаһа, ваҡиға ҡурҡыныс тамамланыр ине.
«Һыу сайпылған тауыштарға табан боролғас, ярҙам һорағандарын ишетә бирҙем, шунда уҡ уға табан йөҙҙөм», тип һөйләй Радмир ваҡиға тураһында. Был ярҙам һораусы икенсе класта уҡып йөрөгән малай булып сыға, ул йылғаның һай урынына кисеп йөрөп, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡапыл тәрәнәйеп киткән урына төшөп киткән булған. Эргәһендә атаһы ла ҡарап йөрөгән, әммә бәлә сығарырға оҙаҡ ваҡыт кәрәкмәй шул. Ни тиһәң дә, Радмир һиҙгерерәк булып сыҡҡан һәм яҡыныраҡ йөҙөп барып, батып барыусыны ҡотҡарыу түңәрәгенә тарта. Улына ярҙам итергә тип атаһы ла ташлана, тик ул да әллә ни йөҙә белмәгән, бата башлағас ул да Радмирҙың ҡотҡарыу түңәрәгенә йәбешә, батыр егет иһә икеһен дә ярға тартып сығара алған.
Радмирҙың был батырлығы яҡын-тирәлә таралып өлгөрҙө лә инде. Ҡотҡарыусы уҡыусының ҙур эшен ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та баһаланы, аҙна башындағы оператив кәңәшмә барышында батыр егеткә бик шәп бүләк – самокат тапшырҙы һәм улдарында ҡыйыулыҡ сифаты тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәһенә рәхмәт әйтте!
Йәш герой Стәрлетамаҡ ҡалаһының 6-сы гимназияһында алтынсы класта уҡый, ул йөҙөү менән шөғөлләнә икән. Радмир кеүек егеттәр эргәлә булмауы ла мөмкин, шуға күрә хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: