Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Июль 2022, 11:14

Балалар лагерында ҡыҙҙы туҡмағандар...

Социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районындағы лагерҙа төшөрөлгән видеояҙма киң таралды: ике ҡыҙ тиҫтерен туҡмай, башҡа балалар быны күреп тора, әммә ярҙам итмәйҙәр. 

Балалар лагерында ҡыҙҙы туҡмағандар...
Балалар лагерында ҡыҙҙы туҡмағандар...

 Ике агрессив һуғыш суҡмары ҡыҙыҡайға тибә, ҡулдары менән сәпәйҙәр, сәсенән һөйрәтәләр. Бисара ҡыҙҙы башы менән тимер карауатҡа ла һуғалар. Уны кәмһетеп, маңлайына әҙәпһеҙ нәмәләр төшөрөргә лә йыйыналар... Был ваҡиға буйынса Белорет район-ара тәфтиш бүлеге тикшереү башлаған.

Асыҡланыуынса, лагерь Әбйәлил районында урынлашһа ла, ул Магнитогорск металлургия комбинатына ҡарай (ЧУ ДО ПАО „ММК“ „ДООК“ (Магнитогорск). 

Һуғыш суҡмарҙарының береһе үҫмер егетте ҡыҙғанған: егет туҡмалған ҡыҙҙы бейергә төшөргән булған. 

Был ваҡиға буйынса Магнитогорск ҡалаһының прокуратураһы ла тикшереү үткәрә.

"Бәйләнештә"ге "Уральские зори" лагерының сәхифәһендә ошо яҙыу тора: "В ответ на появившееся видео в паблике «Черное&Белое. Магнитогорск» с вечера 12 июля 2022 года администрацией ЧУ ДО ПАО «ММК» «ДООК» проведена следующая работа:

1 - определены фамилии и имена участников конфликта,
2 – взяты объяснительные с воспитателя и вожатых,
3 – материалы переданы в правоохранительные органы.

Проводится работа с родителями детей, участников конфликта.
Надеемся, что этот случай будет всесторонне изучен всеми правоохранительными органами и виновные понесут наказание".

Туҡмалған ҡыҙҙың әсәһе был турала социаль селтәр аша белеп ҡалып, мин был эште былай ғына ҡалдырмайым, тип яҙа.

 

Фото: "Башинформ".

https://ye102.ru/articles

Автор:
Читайте нас: