Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Июль 2022, 15:53

Радий Хәбиров Баҡалы районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен тикшереүҙе шәхси контроленә алды

18 июлдә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баҡалы районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡларға ҡушты. Фажиғә дүрт йәш ҡыҙҙың ғүмерен өҙҙө. 18 июль төнөндә «Ауди» автомобиле водителе иҫерек килеш Баҡалы ауылында  юл ситенә сығып барған дүрт ҡыҙҙы бәрҙергән.

Радий Хәбиров Баҡалы районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен тикшереүҙе шәхси контроленә алды
Радий Хәбиров Баҡалы районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен тикшереүҙе шәхси контроленә алды

- Ҡурҡыныс фажиғә теркәлде. Иҫерек ҡәбәхәт, башҡаса уны атай алмайым, дүрт ҡыҙҙы бәрҙергән. Һәр хәлдә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уның медицина тикшереүе үтеүе, иҫерек булыуы раҫланыуы тураһында хәбәр итте. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла һәләк булған, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Был хәлде шәхси контролгә алам. Ғәйепле язанан ҡасырға тейеш түгел.

Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев уҙған аҙнала төбәктә 258 эскән водитель асыҡланыуын хәбәр итте. Ә йыл башынан алып уларҙың һаны 7,5 мең кешенән артҡан. 98 водитель юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған.

 Башҡортостан Башлығы өҫтәмә иҫкәртеү сараларын һәм иҫерек водителдәр өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүҙе тикшереү өсөн ведомство-ара комиссия ултырышын ойошторорға ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ Баҡалы районы хакимиәтенә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты.

 

 
 
Автор:
Читайте нас: