Ашҡаҙар
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Июль 2022, 10:37

Стәрлетамаҡ эргәһендә Ford Transit автобусы аварияға осраған

Стәрлетамаҡ районында бөгөн иртәнге һигеҙҙәр тирәһендә Стәрлетамаҡ-Салауат автомобиль юлының 24-се километрында өс автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән.

Стәрлетамаҡ эргәһендә Ford Transit автобусы аварияға осраған
Стәрлетамаҡ эргәһендә Ford Transit автобусы аварияға осраған

Юл-транспорт ваҡиғаһында "Volkswagen Polo", Toyota Corolla" һәм "Ford Transit" автобусы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "Volkswagen Polo" водителенә һәм автобустың өс пассажирына медицина ярҙамы күрһәтелгән. Билдәле булыуынса, ике ҡала араһында хәрәкәт итеүсе автобуста бөтә пассажирҙар ҙа хәүефһеҙлек ҡайыштарын таҡҡан булған, был уларҙы бәләнән һаҡлап ҡалған да инде. Авария сәбәптәре әлегә асыҡлана, ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.

Стәрлетамаҡ эргәһендә Ford Transit автобусы аварияға осраған
Стәрлетамаҡ эргәһендә Ford Transit автобусы аварияға осраған
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: