Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Сентябрь 2022, 12:18

Өфөлә төн эсендә "Меркурий" сауҙа үҙәге янып юҡҡа сыҡты

Тауарҙарын ҡотҡарырға маташҡан һатыусылар, тамаша ҡылыусылар һәм мародерҙар: Өфөлә төн эсендә "Меркурий" сауҙа үҙәге янып юҡҡа сыҡты .

Өфөлә төн эсендә "Меркурий" сауҙа үҙәге янып юҡҡа сыҡты
Өфөлә төн эсендә "Меркурий" сауҙа үҙәге янып юҡҡа сыҡты

Өфөлә йома кисе ысын һәм күсмә мәғәнәһендә ҡыҙыу булды - янғын һүндереүселәр биш сәғәттән ашыу «Меркурий» сауҙа үҙәгендәге янғынды һүндерергә тырышты.

Әйтергә кәрәк, Өфөлә янған «Меркурий» сауҙа үҙәге - ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге берҙән-бер ҙур магазин комплексы. Элекке Колхоз баҙары корпустарында аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән сауҙа итеүселәрҙең өс павильоны һәм кинотеатр менән күңел асыу майҙансығы урынлаштырылғайны.

«Меркурий» сауҙа үҙәгендә үтә ҡиммәтле бутиктар булмаһа ла, төрлө магазиндарҙың бик күп булыуы билдәле. Урындағы халыҡ «Меркурий» сауҙа үҙәген бик яратҡаны һәм ғәҙәте буйынса уны «Колхозка» тип йөрөткәне лә мәғлүм.

«Меркурий» сауҙа үҙәгендәге янғын хаҡында ул ябылыу менән хәбәр иткәндәр - киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә. Ваҡиға урынына тиҙ арала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп еткән. Улар һуңлаған һатыусыларҙы бинанан сығарған һәм янғын менән көрәшә башлаған. Әммә тиҙҙән бәғзе сауҙа итеүселәр янып торған бина эсенә тауарҙары артынан кире ташланған - социаль селтәрҙәге бихисап яҙмалар шуны күрһәтә. Шулай уҡ бинаға, шау-шыу аҫтында нимәлер сәлдерергә иҫәп тотоп, мародерҙар ҙа килеп еткән. Һатыусыларҙың аянысын аңларға була: күптәре был фажиғәлә мөлкәтен, эшен юғалтҡан. Шаһиттар билдәләүенсә, араларында ҙур кредит алғандары, барыһы ла янып бөткәс, нисек балаларымды ҡарармын тип асырғандары ла бихисап.

Сауҙа үҙәгендәге кинотеатрҙан да кешеләр, бәхеткә күрә сығып өлгөргән. Киноға килгән йәштәргә билет һатмауҙары, тиҙ арала бинанан сығыуҙарын талап итеүҙәре лә мәғлүм. 24 йәшлек Өфө ҡыҙы Диана Р. 9 сентябрҙә кискеһен «Меркурий» сауҙа үҙәгендәге кинотеатрға барырға хәл итә. Ул «КП-Өфө»гә билет һатыуҙан баш тартыуҙары һәм урамға оҙатыуҙары хаҡында һөйләне. «Меркурий» сауҙа үҙәгендәге янғын һатыусыларға һәм һатып алыусыларға ғына янамаған - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре икенсе корпустағы контактлы зоопарктан 56 хайуанды - ябалаҡтарҙы, януттарҙы, маймылдарҙы һәм төлкөләрҙе ҡотҡарған.

Бәхеткә күрә, хайуандарҙың береһе лә зыян күрмәгән. Янғын ҡоторған һайын урамда кешеләр ҙә артҡан, араларында фажиғәнән тамаша ҡылыусылар, һыра һәм пицца менән күңел асыусылар ҙа бар ине тип яҙа шаһиттар. Полиция хеҙмәткәрҙәре халыҡты янғындан мөмкин тиклем алыҫыраҡ ебәрергә, хәүефһеҙлекте һаҡларға тырышҡан. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, «Меркурий» сауҙа үҙәгендә янғын башта уҡ яҡынса 1,5 мең квадрат метр майҙанды ялмаған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Марат Латипов урында 83 янғын һүндереүсе эшләүе хаҡында һөйләгән. Аныҡланмаған мәғлүмәттәр буйынса, янғын бинаның ҡыйығында сыҡҡан һәм тиҙ арала уның бөтә корпустарына таралған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре сауҙа үҙәге эсендә кешеләр ҡалманы, тип белдергән. Асыҡ ут төндә һүндерелһә лә, янғын һүндереүселәр иртәнгегә тиклем ут менән көрәшкән - полицейскийҙар магазин хужаларына уларҙың иртәнге сәғәт 9-ға ғына бинаға инә аласаҡтары хаҡында хәбәр иткән. Шулай уҡ ҙур янғын менән Башҡортостан прокуратураһы ла ҡыҙыҡһына: фажиғә урынына Башҡортостандың күҙәтеү ведомствоһы етәксеһе Александр Грязников килгән. 1. 59 сәғәттәге мәғлүмәттәр буйынса, янғын һүндереүселәр 5 400 квадрат метр биләмәлә янғынды һүндереүгә өлгәшкән.

https://bashgazet.ru

Өфөлә төн эсендә "Меркурий" сауҙа үҙәге янып юҡҡа сыҡты
Өфөлә төн эсендә "Меркурий" сауҙа үҙәге янып юҡҡа сыҡты
Автор:
Читайте нас: