Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Сентябрь 2022, 13:57

Ижевск ҡалаһындағы мәктәптә атыш булған

Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, алтынан унға тиклем кеше һәләк булған. Араларында балалар ҙа бар... 

Ижевск ҡалаһындағы мәктәптә атыш булған
Ижевск ҡалаһындағы мәктәптә атыш булған

Бөгөн күрше Удмурт Республикаһынан бик ҡурҡыныс яңылыҡ килде. Ижевск ҡалаһындағы 88-се урта мәктәптә атыш булған. Һөҙөмтә бик аяныслы: төрлө мәғлүмәттәр буйынса алтынан унға тиклем кеше һәләк булған. Уларҙың өсәүһе - 10, 11 һәм 15 йәшлек балалар. Был мәғлүмәттәр оператив, шуға күрә үҙгәреүе ихтимал.

Хәбәр ителеүенсә, ҡара кейем кейгән кеше мәктәпкә килеп инә һәм иң тәүҙә һаҡсыны атып үлтерә. Аҙаҡ кластар буйлап йөрөп, балаларға ата. Уҡытыусылар тиҙ арала балаларҙы эвакуациялай. Ҡайһы бер уҡыусылар тәҙрәнән һикереп имгәнгән.

Урынға Удмуртия башлығы Александр Бречалов барған. Ул белдереүенсә, ут асҡан ир үҙен үҙе атып үлтергән. Әлегә вәхшиҙең кемлеге һәм уның ни өсөн атыш ойошторғаны билдәле түгел. Ирҙең ҡулында ике пистолет булған, тиҙәр.  

Иң һуңғы мәлүмәттәр буйынса, атыш ваҡытында алты кеше һәләк булған. Уларҙың өсәүһе – балалар, өсәүһе – өлкәндәр. 20 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Фото: absatz.media

Автор:
Читайте нас: