Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Октябрь 2022, 17:40

Ҡомһоҙлоҡ бәләһе

Өфөлә ӨДНТУ-ның элекке хеҙмәткәре ришүәт алғанлыҡта ғәйепләнә.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар Өфө дәүләт нефть техник университетының 41 йәшлек элекке баш инженер урынбаҫарына ҡарата енәйәт эшенең осона сыҡтылар. Ир кеше айырыуса эре күләмдә ришуәт алыуҙа ғәйепләнә.  Тикшереүҙә асыҡланғанса, уҡыу йорто етәкселеге корпустарҙа капиталь ремонт үткәреү маҡсатында төҙөлөш фирмаһы менән контракт төҙөгән була.  Был эштең хаҡы 42 миллион һумдан артығыраҡ баһалана. Эште ҡабул итеү акттарына ҡул ҡуйғас баш инженер урынбаҫары   директорҙан 7,3 миллион күләмендә ришүәт талап итә. Был алыш-бирештән баш тартҡан осраҡта ул килешеүҙе өҙөү менән янай. Аҡса тапшырылған ваҡытта ғәйепләнеүсене хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.  Был енәйәт эше буйынса материалдар Өфөнөң Орджоникидзе районы судына ебәрелә.  Ҡомһоҙлоҡ  бәндәне ниндәй көнгә төшөргәнен аҙаҡ беләбеҙ инде. Был тиклем аҡсаны нимә эшләтергә уйланы икән ул?!

Р.ҒАЯЗОВА.

 

Ҡомһоҙлоҡ бәләһе
Ҡомһоҙлоҡ бәләһе
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: