Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Октябрь 2022, 11:20

Бордюрға менеп киткән, һуңынан бағанаға бәрелгән

Бөгөн иртә менән Стәрлетамаҡта үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Өфө тракты буйынса ”Лада Гранта”ны йөрөтөп барған 27 йәшлек ир электр бағанаһына бәрелгән, был турала ҡала буйынса дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.  Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, урында тәштифселәр тикшереү алып бара.

Тәүге версия буйынса, атомобиль бордюрға менеп киткән, һәм артабан хәрәкәт итеп электр бағанаһына бәрелгән. Алынған йәрәхәттәр һөҙөмтәһендә 27 йәшлек автоһәүәҫкәр урында уҡ йән биргән.

Стәрлетамаҡ автоинспекция хеҙмәткәрҙәре юлда иғтибарлы булырға, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағырға һәм тиҙлекте арттырмай хәрәкәт итергә саҡыра.  

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: