Ашҡаҙар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Ноябрь 2022, 13:18

8 йәшлек бала боҙ аҫтына киткән

Федоровка районында бер бала боҙ аҫтына киткән.

8 йәшлек бала боҙ аҫтына киткән
8 йәшлек бала боҙ аҫтына киткән

Кисә кис көнө 112 системаһының Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Федоровка районы Ключевка ауылындағы быуаға 8 йәшлек малай боҙ аҫтына киткән тигән хәбәр килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Ике бер туған — апалы-ҡустылы ярҙан 15 метр алыҫлыҡта боҙ өҫтөндә уйнап йөрөгән. Малай боҙ аҫтына киткән, апаһы уны ҡотҡарырға тырышып ҡараған, ләкин булдыра алмаған. Шунан ул ата-әсәһенә хәбәр итеү өсөн өйөнә йүгереп ҡайтып киткән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары һыуға батҡан малайҙың кәүҙәһен ике метр тәрәнлектә тапҡан.

«Хөрмәтле ата-әсәләр! Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Балаларҙы һыу ятҡылыҡтарында уйнауҙың ғүмер өсөн хәүефле булыуы тураһында иҫкәртегеҙ!» — тип белдерҙеләр ведомствола.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: