Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Ноябрь 2022, 13:00

Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһына ингән урында йәки Стәрлетамаҡ районы Иҫке Барятин ауылы янында Ишембай ҡалаһынан “Рено” автомобилендә хәрәкәт иткән 32 йәшлек водитель юл аша сығып барған 60 йәшлек йәйәүлене бәрҙерә, ир үткәүел аша сығып барған булған.

Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария
Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария

ЮХХДИ-ның Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге пропаганда инспекторы Илвир Шәрәфетдинов билдәләүенсә, йәйәүле тәүлектең ҡараңғы мәлендә яҡтыртҡыс элементтары булған кейем кеймәгән.
Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле “ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнгә тиклем урында йән биргән.

Юлдарҙа хәүеф арта бара, йәмәғәт. Йәйәүлеләр ҙә, водителдәр ҙә иғтибарлы булып, юл ҡағиҙәләрен боҙмай ғына йөрөһөн ине.

Сығанаҡ: “Типичный Стерлитамаковец”.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: