Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Ноябрь 2022, 10:00

Стәрлетамаҡ районында янғын мәлендә ете кешенең ғүмере өҙөлдө, бишеһе - балалар

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылында ике фатирлы шәхси кирбес йортта янғын сыға.

Ғаилә башлығы, атай кеше ике баланы урамға сығарып өлгөрә һәм үҙе янғын эсенә ҡалғандарҙы ҡотҡарырға инеп китә. Тик кире сыға алмай.
Янғын һүндереүселәр ете кешенең мәйетен таба. Биш кеше - барыһы ла малайҙар һәм уларҙың ата-әсәһе һәләк була.

"Ашҡаҙар" гәзите ҡаза килгән ғаиләнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм сабырлыҡ теләй.

 

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: