Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
22 Ноябрь 2022, 18:00

Эсеп һәләк булған бала йәл

Төбәк Роспотребнадзор башлығы Анна Казак 21 ноябрҙә үткән кәңәшмәлә алкоголь менән ағыуланған баланың үлеүе хаҡында хәбәр итте.

«Һуңғы 9 айҙа 17 бала һәм 15 үҫмер спиртлы эсемләктән  ағыуланған. Бәлки беҙ Айбулат Хажин (мәғариф министры)  менән  Яңы йыл байрамы алдынан ата-әсәләр йыйылышы тәртибен раҫларбыҙ. Балаларҙың ағыуланыуы йыш күҙәтелә, шул иҫәптән Бөрөләге бала һәләк булды», - тине Анна Казак.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, үлем менән тамамланған ағыуланыуҙар  Өфөлә -32 осраҡ, Нефтекамала – 8 осраҡ, Баҡалыла, Илештә һәм Өфө районында – 5-әр кеше, Стәрлетамаҡта һәм Иғлин районында – 4-әр кеше әрәм булған.

Шундай үкенесле үлемдәр булмаһын ине лә бит…

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән алынды.

Эсеп һәләк булған бала йәл
Эсеп һәләк булған бала йәл
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: