Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
5 Декабрь 2022, 06:23

Баҡсасылыҡ ширҡәтендә сыҡҡан янғында бер баланың ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 5 декабрҙә төндә Өфөнөң Дим районында, «Төҙөүсе» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр. Урынға Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизоны хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

Баҡсасылыҡ ширҡәтендә сыҡҡан янғында бер баланың ғүмере өҙөлгәнБаҡсасылыҡ ширҡәтендә сыҡҡан янғында бер баланың ғүмере өҙөлгән
Баҡсасылыҡ ширҡәтендә сыҡҡан янғында бер баланың ғүмере өҙөлгән

«Янғын урынын тикшергән ваҡытта 7 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған. Урынға саҡырылған табиптар уның үлемен раҫлаған. Шулай уҡ өс кеше (ир менән ҡатын һәм 7 йәшлек ҡыҙ) төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған: уларҙы 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү үҙәгенә алып киткәндәр», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғын сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Янғынды һүндереүгә 41 кеше һәм 13 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 23 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас