Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Декабрь 2022, 17:28

Салауат Юлаев исемендәге батальон декабрь аҙағында махсус хәрби операция зонаһына юллана

Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө башҡорт ирекле батальоны командиры, Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы Артур Йомағужин республиканың ветеран һәм патриотик ойошмалары етәкселәре менән осрашыу барышында Радий Хәбировҡа әлеге ваҡытта батальон яугирҙәренең хәрби әҙерлек үтеүе хаҡында һөйләне. Улар менән хәрби тәжрибәһе булған инструкторҙар эшләй.

Салауат Юлаев исемендәге батальон декабрь аҙағында махсус хәрби операция зонаһына юллана
Салауат Юлаев исемендәге батальон декабрь аҙағында махсус хәрби операция зонаһына юллана

«Радий Фәрит улы, батальон барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителде, һеҙ ныҡ ярҙам иттегеҙ, егеттәрҙең рухы һуғышсан, барыһы ла махсус хәрби операция үткәреү зонаһына юлланырға әҙер. Үҙ теләге менән беҙҙең батальонға килгән йәш егеттәрҙә лә илһөйәрлек рухын күрәбеҙ», – тип билдәләне батальон командиры.

Декабрь аҙағында Өфөнөң Совет майҙанында Салауат Юлаев исемендәге батальонды оҙатыу тантанаһы була, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Шулай уҡ ҡуйылған хәрби бурыстарын үтәгәндән һуң, өс батальондың яугирҙәрен ҡаршы алырға йыйынабыҙ. Яңыраҡ Өфө юридик институты начальнигы миңә унда курсанттарҙың ант биреү һәм уҡыу йортон тамамлаусыларға дипломдар тапшырыу тантаналарын уҙғарыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Был – иҫтәлекле урын. Совет майҙанында башҡа патриотик саралар ҙа үткәрергә мөмкин. 2023 йылдың йәйендә ял көндәрендә унда автомобиль хәрәкәтен ябып, йәйәүлеләр зонаһын булдырырға тигән ниәтебеҙ бар», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: