Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Февраль 2023, 15:15

Төркиәлә ирекле ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан тағы бер тере кешене тапҡан

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Адыгея башлығы Морат Кумпиловты Республикаға идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән таныштырған ваҡытта Башҡортостан ҡотҡарыусыларының Төркиәләге эше тураһында һөйләне. 

Төркиәлә ирекле ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан тағы бер тере кешене тапҡан
Төркиәлә ирекле ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан тағы бер тере кешене тапҡан

Әле Өфөнән ирекмәндәр бригадаһы емереклектәр араһынан иҫән ҡалғандарҙы эҙләй, ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтә. Улар иҫәбендә — бер нисә ҡотҡарылған ғүмер.

«Бөгөнгә улар алты кешене ҡотҡарған. Беҙҙә һәйбәт ҡотҡарыусылар һәм ҡотҡарыусы эт», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

«Башинформ» Төркиәлә Торин ҡушаматлы эт ярҙамында өйөмдәр аҫтынан тағы ике тере кеше табылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Башҡортостандың ирекле ҡотҡарыусылары Төркиәнең Кахраманмараш ҡалаһында өйөмдәрҙе аҡтарыу эшен дауам итә.

Республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса Төркиәгә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 25 ирекле ҡотҡарыусынан торған отряд ебәрелгән. Отряд составында — рәсми ялда булһалар ҙа, ярҙам итеү өсөн фажиғә урынына барырға ҡарар иткән ҡотҡарыусылар.

Бынан тыш, тиҙҙән Төркиәгә Башҡортостандан 25 тонна гуманитар ярҙам килеп етергә тейеш. Улар араһында палаткалар, юрғандар, балалар әйберҙәре һәм аҙыҡ бар. Республикабыҙ халҡы, предприятиелары һәм бизнесы ярҙам күрһәткән.

Башинформ.

Төркиәлә ирекле ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан тағы бер тере кешене тапҡан
Төркиәлә ирекле ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан тағы бер тере кешене тапҡан
Автор:
Читайте нас: