Ашҡаҙар
+11 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
10 Апреля 2023, 11:39

Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостанда 3 апрелдә быйыл тәүге урман янғыны теркәлгән — Белорет районында ярты гектар урман янған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индереләБашҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Утты сәғәт ярым эсендә һүндергәндәр. Шулай уҡ бер аҙнала 45 муниципалитетта, дөйөм майҙаны 150 гектарҙан ашыу ерҙә, ҡоро үлән яныуҙың 202 осрағы теркәлгән. Был хаҡта 10 апрелдә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Шуға урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға, уттың ауылдарға һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймау өсөн 17 апрелдән республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ», — тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас