Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
11 Апрель 2023, 15:38

Тәүлек эсендә республикала ҡоро үлән яныуҙың 30-ҙан ашыу осрағы теркәлгән

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда ҡоро үлән яныуҙың 32 осрағы теркәлгән. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тәүлек эсендә республикала ҡоро үлән яныуҙың 30-ҙан ашыу осрағы теркәлгән
Тәүлек эсендә республикала ҡоро үлән яныуҙың 30-ҙан ашыу осрағы теркәлгән

«2023 йылдың башынан дөйөм майҙаны 221,6 гектарҙа ҡоро үләнгә ут тоҡаныуҙың 255 осрағы теркәлгән», — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.

Бөгөн, 11 апрелдә, Башҡортостандың дәүләт урман фонды биләмәһендә 1-се, 2-се, 3-сө һәм 4-се класлы янғын хәүефе фаразлана.

Башҡортостандың 24 районында өсөнсө, йәки уртаса класлы янғын хәүефе көтөлә. Улар араһында — Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондары һәм Өфө ҡала округы.

Бөгөн Архангел районы урмандарында дүртенсе, йәки юғары класлы янғын хәүефе фаразлана.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: