Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Апрель 2023, 10:28

Свердловск өлкәһендәге янғындар 130-ҙан ашыу йортто юҡ иткән

Свердловск өлкәһенең Таежный һәм Сосьва ҡасабаларында 134  йорт, шулай уҡ 8 дача, хужалыҡ ҡаралтылары һәм магазин тулыһынса янып бөткән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.

Свердловск өлкәһендәге янғындар 130-ҙан ашыу йортто юҡ иткән
Свердловск өлкәһендәге янғындар 130-ҙан ашыу йортто юҡ иткән

Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, янғында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. 1200 йортто уттан аралап ҡалғандар. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән. Бының өсөн 380-нән ашыу белгес һәм 112 берәмек техника йәлеп ителгән.

Зыян күреүселәргә ярҙам итеү һәм эште координациялау өсөн өлкәгә Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары Илья Денисов етәкселегендәге оператив төркөм килгән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: