Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
5 Май 2023, 11:00

ӨЛКӘН ЙӘШТӘ РУЛЬ АРТЫНА УЛТЫРМАҺА ЛА БУЛҒАН БИТ

ӨЛКӘН ЙӘШТӘ РУЛЬ АРТЫНА УЛТЫРМАҺА ЛА БУЛҒАН БИТ
ӨЛКӘН ЙӘШТӘ РУЛЬ АРТЫНА УЛТЫРМАҺА ЛА БУЛҒАН БИТ

Ауырғазы районында Толбазы-Красноусол юлының 9 километрында Стәрлетамаҡта йәшәүсе 70 йәшлек водитель «Лада Гранта» автомобилен йөрөтөп китеп барғанда боролошта юл ситендә торған билдәгә барып бәрелә. Һөҙөмтәлә автомобиль юл ситенә төшөп китеп түңкәрелә.

Руль артында ултырған водитель хәүефһеҙлек ҡайышын да элмәгән булған, тиҙ ярҙам килеп еткәнсе тиклем үк бәлә урынында йән бирә оло кеше.

Билдәле булыуынса, ир кешенең һаулығы ла насар булған. Күҙаллауҙар буйынса руль артында китеп барғанда уға ҡыйын булып киткән, шуға ла юл автомобиль идара юғалтып юл ситенә сығып киткән тигән фараз бар. Юл-транспорт ваҡиғаһы тикшерелә, суд-медицина экспертизаһы үткәреләсәк.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: