Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Май 2023, 10:42

Юлда торған йәштәр тәгәрмәс аҫтында ҡалған

Юлда торған йәштәр тәгәрмәс аҫтында ҡалған
Юлда торған йәштәр тәгәрмәс аҫтында ҡалған

Ҙур тиҙлек менән автомобилдәр елдергән юлдар һәр ваҡыт ҡурҡыныс менән янай. Юл ситенән китеп барғанда ла был турала оноторға ярамай, йыш ҡына автомобилдәр йәйәүлеләргә лә менеп китә. Ошо көндәрҙә ошондай ҡурҡыныс хәл Стәрлетамаҡ районында теркәлгән. Хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр юл уртаһынан китеп барған, шулай ҙа әлегә тикшереү бара.

Хәл кисә төнгө өстәр тирәһендә Стәрлетамаҡ- Стәрлебаш трассаһының 21-се километрында теркәлә. 59 йәшлек Федоровка районы кешеһе Лада Веста автомобилендә китеп барған булған һәм юлда торған ике йәйәүлене төкәткән. Автомобиль шулай уҡ, юл ситендә торған ВАЗ-2106 автомобиленә лә барып бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 20 йәшлек йәйәүле урында уҡ үлеп ҡала, икенсе йәйәүлене ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатҡандар.

Йәйәүлеләр тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юлда йөрөгән осраҡта яҡтыртҡыстары, йәки яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтары булған кейемдә йөрөргә тейеш, шул осраҡта водителдәр уларҙы алдан күреп тиҙлекте кәметә, йә иһә туҡтап өлөгәрә аласаҡ. Тик һәр кемдә үҙен юлда китеп барғанын күрһәтергә ашыҡмай, ҡараңғылыҡҡа инеп сума. Руль артында китеп барған кешенең хәлен дә белеп булмай, бәлки ул алыҫ юл үтеп арып китеп бараҙыр, бөтөнләй йоҡлап китеүе лә мөмкин, яңы ғына руль артына ултырып тәүге тапҡыр төнгө юлда китеп барған өйрәнсек, йә булмаһа иҫерек водитель булыуынан бер кем дә һаҡланмаған. Ғәйеплеһе лә табылыр, ҡануниәттең иң ҡаты язаһы ла уның иңенә төшөр, тик ғүмере өҙөлгән кешене киреп баҫтырып ҡуйып булмай шул.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: