Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
31 Май 2023, 16:10

Ялға ҡайтыуҙары – ҙур бәхет!

Мин был апайҙы улар йәшәгән йорттың подъезы алдында ла, китапханала ла осратҡаным бар ине. Улының махсус хәрби операцияла октябрҙән бирле булыуын ишеткәс тыныс ҡына ҡала алманым. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һөйләшеп киттек…

Зәйтүнә Фазлыйәхмәт ҡыҙы Усманова (Абдуллова) тормош иптәше Миңлебай Тимербай улы менән бер ауылда тыуып үҫеп, яратышып өйләнешкәндәр, бер ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр. Улар 53 йыл бергә ғүмер итәләр. Стәрлетамаҡта 1970 йылдан бирле йәшәйҙәр. Миңлебай ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы «Авангард» заводында иретеп йәбештереүсе булһа,  Зәйтүнә апай 30 йыл ательела тегеүсе булып эшләй. Аҙаҡ иптәше эргәһенә эшкә күсеп, заводта контролер була. Пенсияға сыҡҡандан һуң да 13 йыл эшләй әле ул. Ике балалары ла Стәрлетамаҡ технология техникумын тамамлап, һөнәр үҙләштергәндәр. Ҡыҙҙары юғары белем дә алған, тормошҡа сығып матур донъя көтә, ул әле БСК-ла – иҡтисадсы.

Улдары Роберт әрме һурпаһын Волгоградта үткән. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан бирле ҡалабыҙҙың ВНЗМ-1 тресында эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас уға ике тапҡыр повестка килтерәләр, беренсе юлы киҫектерелә. Шулай Роберт Миңлебай улы үткән йылдың октябренән бирле махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әйткәндәй, уға 14 майҙа 45 йәш тулған. Әле улар Стәрлетамаҡтан  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өс ир-егет  оҙаҡламай 2 аҙналыҡ ялға ҡайтырға тейеш...

Әлбиттә, йоҡоһоҙ төндәре, буҫлығып илаған саҡтары ла булған баштараҡ, “хәҙер өйрәнеп киләм инде”, ти ҡатын. Әйткәндәй, хакимиәт башлығына, депутаттарға, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағҙаларына рәхмәтле ул. Байрам һайын тиерлек килеп хәлен белеп, ҡотлап, улы өсөн рәхмәт әйтеп торалар икән. “Ҡайҙа ғына саҡырып ҙурламанылар, иғтибарҙары өсөн рәхмәт”, – ти. Иң ҙур ҡыуаныстары алда булһын әле, әсә өсөн улының иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуынан да ҙурыраҡ бәхет булмаҫ ул!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Ялға ҡайтыуҙары – ҙур бәхет!
Ялға ҡайтыуҙары – ҙур бәхет!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: