Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
1 Июнь 2023, 17:30

ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ БИТАРАФЛЫҠ

Түбәнге Тагилдан алыҫ булмаған Лая ауылында 10 йәшлек малайға хужалы эт һөжүм итә.

Эт хужаһы булған ҡатын кеше :  «Һиңә шул кәрәк, башҡа ваҡыт ҡулыңды һелтәнмәҫһең!» - ти ҙә ҡанға батҡан малайҙы ташлап ары китә. «Тиҙ ярҙам»ды малайға үтеп барыусылар саҡыра. Малайҙың әсәһенә лә улар хәбәр итә. Полиция тикшереү үткәрә башлай. Малайҙың әсәһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, мәктәптән ҡайтышлай  малай  класташы менән  пляж аша үтергә була. Ә ҡатын кеше стаффорд нәҫелле ике этен  тышауһыҙ һәм ауыҙлыҡһыҙ йөрөткән була. Эттәрҙең береһе балаға ташлана һәм уны тешләп кенә ҡалмай, ә  өҙгәләй башлай. Уның эттәре был ваҡиғанан  алдараҡ та «күҙгә һалынып өлгөргән»: 2022 йылдың ноябрендә хужаларының күҙ алдында шпицты өҙгөсләп ташлаған булған.

Был юлы инде еңел ҡотола алмаҫ ул ҡатын, баланың ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда ташлап китеү – үҙе үк статья бит…

Ил буйынса эт һөжүменән үлеүселәр һаны  Афған, Чечня конфликттары ҡорбандарының һанынан да күберәк түгелме ул?!

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ БИТАРАФЛЫҠ
ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ БИТАРАФЛЫҠ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: