Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Июнь 2023, 12:30

МУТЛАШЫУСЫЛАР ЯҢЫНАН-ЯҢЫ «СХЕМАЛАР» ТАБЫП ҠЫНА ТОРА

Стәрлетамаҡ полицейскийҙары банк һәм вокзал хеҙмәткәрҙәренә клиенттарҙың аҡсаларын һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, банк учреждениелары  хезмәткәрҙәре һәм тимер юл вокзалы операторы беҙҙең ҡала кешеләрен мутлашыусылар тоҙағына эләгеүҙән һәм  3 миллион тирәһәһе аҡсаларын юғалтыуҙан һаҡлап ҡалғандар.

Бүләкләнеүселәр һүҙҙәренә ҡарағанда, банкка, бер нисә көн айырмаһы менән,  иҫәптәренән байтаҡ аҡсаны алыр өсөн бер-бер артлы ҡатындар мөрәжәғәт итә башлаған. Ни өсөн алғандарын да аныҡ ҡына аңлатмағандар. Шул уҡ ваҡытта уларҙың телефондан һөйләшеүҙәренә лә иғтибар иткән банк менеджерҙары. Шул уяулыҡтары менән улар был ҡатындарҙы хаталы аҙымдан йолоп ҡалғандар.  Аҙаҡ мутлашыусыларҙың бер  схема буйынса эшләүе билдәле була. Улар ҡатындарға банк хеҙмәткәрҙәре булып алдап шылтыраталар һәм уларҙың иҫәбенә хәүеф янауын белдерәләр.  Һәм «хәүефле» операцияларҙы  туҡтатыу өсөн «кредит» алырға ҡушалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «онлайн-кредит»ты күптәр теркәп өлгөрә, ә бына бәхеткә күрә, аҡсаларын алып күсерергә генә өлгөрмәйҙәр.  Шулай уҡ тимер юлы вокзалының видеокүҙәтеү камералары операторы Марина Лавушкина банкоматтан күп аҡса алған 71 йәшлек әбейҙе шәйләп ҡала һәм эске һиҙемлеге менән полицияға мөрәжәғәт итә. Шул рәүешле ул  әбейгә 350 мең аҡсаһын аферистарға күсерергә ҡамасаулай.

Рәсәй Эске эштәр идаралығының  Стәрлетамаҡ буйынса начальнигы , полиция полковнигы Илдар Хөрмәтуллин банк хеҙмәткәрҙәре – Татьяна Ульяноваға, Әлиә Фәрхшатоваға , Мәҙинә Хисмәтуллинаға, Екатерина Климоваға, шулай уҡ  тимер-юл вокзалы хеҙмәткәре Марина Лавушкинаға уяулыҡтары һәм эске эштәр органдарына енәйәтте булдырмауға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.  Был рәхмәттәргә мутлашыусылар тоҙағына эләкмәй ҡалыусылар ҙа ҡушылалыр, моғайын.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото : асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

МУТЛАШЫУСЫЛАР ЯҢЫНАН-ЯҢЫ «СХЕМАЛАР» ТАБЫП ҠЫНА  ТОРА
МУТЛАШЫУСЫЛАР ЯҢЫНАН-ЯҢЫ «СХЕМАЛАР» ТАБЫП ҠЫНА ТОРА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: