Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Июль 2023, 17:32

Еләкте айыу ҙа ярата

Башҡортостанда айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары йышайған

Еләкте айыу ҙа ярата
Еләкте айыу ҙа ярата

28 июндә көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем Ишембай районының Торғаҫ утарынан 400 метр алыҫлыҡта урынлашҡан урманда айыу бәшмәккә килеүсегә һөжүм итә. Арҡаһына һәм башын яралай. Зыян күреүсе үҙаллы утарға ҡайтып, ашығыс ярҙам саҡыра һәм яҡындағы Скворчиха ауылына барып етә. Иргә медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Белорет районында ла айыу һөжүме булған. Әхмәр ауылы янында һыбайлы көтөүсе аттар эҙләп йөрөгән ваҡытта айыуға тап була. Айыу һыбайлыны баҫтыра башлай, бәхеткә һыбайлы ҡасып ҡотола.  Айыу бер аҙ һыбайлы артынан ҡыуып бара ла урманға китә. Әхмәр халҡына янаған айыу айыуҙар һанын көйләү маҡсатында һунар сиктәрендә тотола. Ул яҡынса 4-5 йәшлек, ауырлығы яҡынса 120 килограмм булған.

Урманға яңғыҙ йөрөмәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Еләкте айыу ҙа ярата
Еләкте айыу ҙа ярата
Автор:
Читайте нас: