Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Июль 2023, 12:09

Уттан бер нәмә лә ҡалмай

Көндәрҙең эҫе тороуы кеше сәләмәтлегенә генә түгел, мөлкәтенә лә зыян килтерә: янғын сығыу хәүефе артҡандан-арта. 

Уттан бер нәмә лә ҡалмай
Уттан бер нәмә лә ҡалмай

10 июлдә Әбйәлил районының Хәмит ауылындағы янғын сыға. Урында 61-сы янғын һағы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Дүрт өй әрәм була. Ярай әле, үҙҙәре иҫән ҡала. 

Кисә көндөҙ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Ҡырмыҫҡалы районының Алексеевка ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ведомствола белдереүҙәренсә, ирекле янғын һүндереү командаһы һәм Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп етеүгә ике өйҙө һәм кәртә-ҡураны ут ялмап алған булған.

«Утты һүндереүгә 28 кеше, һигеҙ автоцистерна һәм өс һыу ташыусы йәлеп ителгән. Янғындың майҙаны 400 квадрат метр тәшкил иткән. Көндөҙгө сәғәт 5-се 14 минутта «ҡыҙыл әтәс» ауыҙлыҡланған. Ҡорбандар юҡ», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уттан бер нәмә лә ҡалмай. Уның менән һаҡ булығыҙ, балаларға ла шырпы-ут менән шаярырға юл ҡуймағыҙ. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе “ҡыҙыл әтәс”тән һаҡлағыҙ!

Башинформ.

Уттан бер нәмә лә ҡалмай
Уттан бер нәмә лә ҡалмай
Автор:
Читайте нас: