Балалар тәҙрәгә яҡын бармаһын, осоп төшөүе бар, тигән шик-шөбһәләр булып торһа ла, кескәйҙәрҙе ҡарап еткермәгән ата-әсәләр табылып тора.
Эйе, эргәмдә генә һәр ваҡыт йөрөгән балама бер ни ҙә булмаҫ, тип күптәр хаталана.
Бейеклектән осоп төшөү өсөн бер-нисә секунд ҡына етә, бер кем дә аңғармай ҡалыуы ла мөмкин. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта ла шулай булған, йәш тә һигеҙ айлыҡ малай дүртенсе ҡаттағы фатир тәҙрәһенән осоп төшкән. Бала иҫән ҡалған, уны үтеп барыусылар тәҙрә аҫтында ятҡанын күреп ҡала һәм дауаханаға оҙата. Ярай әле тәҙрә төбөндә сәскәләр клумбаһының йомшаҡ тупрағы була, шул ғына һаҡлап ҡала алғандыр, ә бит асфальт, йә бетон булһа ваҡиғаның нисек тамамланғанын кем белә. Шаһиттарҙың һүҙҙәренсә, балаһын бағып ултырған әсә улының ҡайҙа юҡ булғанын аңламай ҙа ҡалған. Бындай бәхетһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, кескәйҙәргә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәклеген онотмағыҙ!