Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Август 2023, 13:03

Велосипед йөрөтөүсе курьерҙы автомобиль бәрҙергән

Ҙур сумкалар тағып аҙыҡ ташыусы курьерҙар күбәйҙе хәҙер. Күберәк заказдар үтәү өсөн улар һәр ваҡыт ашыға, ҡайһы берҙәре эште тиҙләтер өсөн велосипедҡа ла атланып ала. Әйткәндәй, ҡышҡы һыуыҡта ла, көрт ятҡанда ла курьерҙар велосипедта эргәңдән елдереп үтеүҙәре мөмкин. Эйе, улар аҡса эшләй, халыҡты хеҙмәтләндерә, тик хәүефһеҙлек тураһында оноторға  ярамай.

Ошо көндәрҙә ҡаланың Коммунистик урамындағы травм пунктынан йыраҡ булмаған киҫелештә велосипедҡа атланған курьерҙы автомобиль бәрҙергән. Күҙәтеүсе камераларҙың береһе ваҡиғаны видео яҙмаға ла төшөрөп алған. Тик водителде ғәйепле тип әйтеп булмай, курьер шәп килгән автомобиль алдына көтмәгәндә үҙе боролоп сыға. Ғөмүмән алғанда, ҙур юл аша сыҡҡанда велосипедсылар йәйәүлеләр үткәүеле аша сығырға тейешле, ә йәйәүлеләр үткәүеле ҡағиҙәһе буйынса уның аша йөрөп түгел, ә велосипедтан төшөп атлап сығырға кәрәк. Ашыҡҡан ашҡа бешкән ти халыҡ мәҡәле лә, йылы килеш барып етергә тейешле аҙыҡ заказ биреүсегә барып етмәне, ә ғәйепле велосипедист тиҙ ярҙам машинаһында дауаханаға оҙатылды. Велосипед башҡа йөрөргә ишкенмәҫ, унан тимер-томорҙар ғына тороп ҡалды, автомобилде лә рәтләрәг тура килер. Ярар ҙа тиҙ ярҙамдай ашыҡҡан курьер иҫән ҡалған, шулай ҙа хәле әллә ни шәптән түгел, табиптар күҙәтеүе аҫтында бер аҙ булырға тура килер.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: