Ғаилә башлығына бер нисә кредит алырға һәм фатирын һатырға тура килгән. Өфөлә полицияға 64 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. алдағы мәғлүмәттар буйынса ғариза биреүсегә «банк хеҙмәткәре» шылтыратҡан була. Йәнәһе лә уның исеменә кемдер кредит ала була. Ошо уҡ кеше банк иҫәптәре менән насар хәлгә ҡалмаҫ өсөн яңы кредит алырға һәм аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә тәҡдим итә. Аферистың шартына күнгән ир тиҙ генә 700 мең һумға кредит алып, мутлашыусы әйтеп торған иҫәпкә күсерә. Ирҙе полиция хеҙмәткәре һәм башҡа кешеләр был аҙымдан туҡтатырға маташһалар ҙа, телефондан шылтыратыусы шау-шыуҙы ишетеп ҡалып, ирҙе икенсе банкоматтан аҡса күсерергә өгөтләй. Ошо рәүешле һантый ир тағы ла бер нисә банктан кредит алып, мутлашыусыларға 3 миллион тирәһе аҡсаһын күсерә. Аферистар бының менән генә сикләнмәй. Улар иргә тағы ла сығып, «мутлашыусылар уның милкен тартып алмаҡсы» тип хәбәр итәләр һәм фатирын һатырға күндерәләр. Фатир аҡсаһын «хәүефһеҙ иҫәп»кә һалдырталар. Шулай миңрәү ир тағы ла 3,5 миллион аҡсаһын аферистарға үҙе итеп тыға… Аҙаҡ мутлашыусылар «ҡорбан» ирҙең ҡатынына күсәләр. Уны 700 меңлек кредит алырға күндереп, алдан ҡаплау өсөн 200 мең аҡсаһын күсертәләр. Ошо ваҡиғаларҙан һуң ғына ир үҙенең мутлашыусылар ҡорбаны булыуын аңлап полицияға мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта был мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.