Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
21 Ноябрь 2023, 18:05

Наркотик менән тотолған

Стәрлетамаҡта 23 йәшлек Абубәкер Бәхриддинов накотик матдәләр менән тотолған. Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәте хәбәр итә.

Егет Урта Азия республикаларының береһенән килгән булған..Уның әшнәһе социаль селтәрҙәр аша хәбәрләшеп торған. Бәхриддинов Башҡортостанға Мәскәүҙән килеп төшкән һәм Өфө-Ырымбур юлында наркотиктарҙы йәшеренгән  урындан алған. Уны ошо саҡта тотҡандар ҙа инде. Ул 9 йылға ҡаты режимдағы колонияға ебәрелгән.

Р.БАЙРАМОВА

Наркотик менән тотолған
Наркотик менән тотолған
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: