Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Ғинуар , 15:50

ЭТТӘРҘӘН КҮРГӘН ЭТЛЕК

Башҡортостандың социаль селтәрҙәрендә яугир эттең пекинесҡа һәм уның хужабикәһенә һөжүм итеүе тураһында яҙма таралды. Шаһиттар яҙҙырған кадрҙарҙа стаффордтың бәләкәй этте ғазаплауын күрергә мөмкин. Пекинес хужабикәһе йорт хайуандарын тартып алырға маташа, әммә агрессив эт уны ла тешләй. Ҡатынға этте ҡыуып ебәрергә осраҡлы үтеп барыусылар ярҙам итә. Стаффордшир терьеры хужаһы эттең ҡылығы ваҡытында шым ғына күҙәтә, тип яҙалар видеоға комментаторҙарҙа. Пекинес бәрелеште кисермәй, уның хужаһы ҡулына йәрәхәт ала. Mash Batash порталы стаффорд хужалары менән һөйләшә. Улар хәбәр итеүенсә, эт бәләкәй сағында  “психотравма алған”, сөнки уға элек йәнәһе лә  бәләкәй эт һөжүм иткән булған. Хужалар этте муйынсаҡ менән йөрөтөргә вәғәҙә итә һәм зыян күргән ҡатынға компенсация тәҡдим иткән. Әммә ҡатын аҡсанан баш тарта, ул вәхши-эт хужаһы өҫтөнән  судҡа ғариза бирергә йыйына.  Күптән түгел булған ошо ваҡиға күптәрҙе борсоуға һалды һәм төрлө бәхәстәр уятты. Бөгөнгө көндә бигерәк тә хужаһыҙ көйө урамда йөрөгән эттәр хафаға һала.

Йортһоҙ эттәр бәхетһеҙме? Беҙ барыбыҙ ҙа тыныс, ә  иң мөһиме – хәүефһеҙ йәшәргә теләйбеҙ. Был раҫлау менән кемдер бәхәсләшергә лә мөмкин. Әммә быға нисек өлгәшеү ысулдары төрлө була. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йортһоҙ хайуандар менән көрәш проблемаһы әлегә аңлайышһыҙ ҡала килә. Беҙҙең халыҡ араһында  берәҙәк эттәр менән ҡәтғи саралар яҡлылар ҙа, был дүрт аяҡлы дуҫтарҙы яҡлаусылар ҙа бар. Һәм һәр яҡтың  үҙ хәҡиҡәте, бәхәсһеҙ аргументтары. Әгәр кемдеңдер балаһын йәки үҙен ҡурҡытһа, йәки, иң ҡурҡынысы – берәҙәк эттәр тешләһә, был кеше бындай хайуандарҙы юҡ итеү өсөн бар көсөн һаласаҡ. Ә инде  икенсе осраҡта  ғаиләнең яратҡан эте, осраҡлы рәүештә бәйҙән ысҡынып, урамға сығып йүгерә һәм йортһоҙҙар тоҙағына эләгә. Был кешенең әрнеүен, асыуын да аңларға мөмкин. Яратҡан йорт хайуанын юғалтыуҙы ауыр кисерә, сөнки был уның өсөн  ғаилә ағзаһын юғалтыуға тиң. Йортһоҙ эттәр һәр ҡала-ауылда ла бар, ҡайҙалыр улар күберәк, ҡайҙалыр аҙыраҡ. Эт өйөрҙәре ҡала халҡын ҡурҡыта, урамдарҙы, ихаталарҙы һәм сүп-сар өйөмдәрен баҫып ала. Йыш ҡына эт өйөрҙәре балаларға һөжүм итә. Быға миҫалдар байтаҡ. БР Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы начальнигы Гүзәл Фәхретдинова белдереүенсә, Роспотребнадзорҙың территориаль бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында 714 кеше  хайуан тешләүҙән зыян күргән. Был өлкәндәр ҙә, балалар ҙа. Әммә йортһоҙ эттәр генә түгел, йорт хайуандары ла тешләй. 2023 йылда Башҡортостанда 7 тораҡ пункт биләмәһендә хайуандар араһында ҡотороу сиренең 7 осрағы теркәлгән. Ҡала биләмәһендә ҡотороу осраҡтары теркәлмәгән, әммә был һаҡһыҙлыҡ өсөн сәбәп түгел.

– Хөрмәтле ҡала халҡы, хайуандарҙы аҫрау һәм йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Хайуандың яраҡһыҙ ҡылығы йәки ҡотороуға шигегеҙ булғанда, ашығыс рәүештә ҡаланың ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Ҡотороу ауырыуына ҡаршы көрәштә әүҙем ярҙам итегеҙ. Йорт хайуандарына йылына бер тапҡыр ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцина яһағыҙ. Вакцинация бушлай! – тип белдерә етәксе.

Иң элек, был проблема беҙҙең үҙебеҙгә бәйле. Дүрт аяҡлы дуҫыңды табыр алдынан йорт хайуандарын тотоу ҡағиҙәләре менән танышып, һуңынан: “Ә мин хайуанды дөрөҫ тота аламмы?” – тигән һорауға яуап бирергә кәрәк. Сөнки, аҫрап-аҫрап та,урамға сығарып ташлаған хужалар ҙа юҡ түгел арала.

– Иң мөһиме, һуңынан башҡаларға проблемалар тыуҙырмаҫ өсөн кешенең үҙ өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ алыуын иҫтә аңлау кәрәк. Үҙебеҙгә бәләкәй эт алғанда уҡ, был эттең тиҙҙән ҙур эт булып үҫәсәген белергә тейешбеҙ, һәм уны бер ҡасан да урамға сығарып ебәрмәҫбеҙ тип ышаныслы әйтеп буламы? Ҡала урамдарындағы эткә бәйле ваҡиғаларға кешеләр үҙҙәре ғәйепле түгелме һуң? Барыһы ла беҙҙең ҡулға эйәләштерелгәндәр өсөн яуаплы булыуыбыҙҙы аңларға тейеш, – тип мөрәжәғәт итә Гүзәл Наил ҡыҙы.

 

Башҡортостан республикаһының Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы дәүләт ветеринария клиникаларында үткәрелә: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 160, тел: 8(3473) 28-13-03;89033103108 доб.202 Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ҡаранай Моратов урамы, 2, тел: 89603992747.

Рима ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы. 

Эт тешләһә, нимә эшләргә?

Беренсенән, яраны шунда уҡ махсус эретмә менән йыуырға кәрәк, ул вирустың тәьҫирен кәметә һәм тотҡарлай. Икенсенән, дауалау курсын тәғәйенләү өсөн мотлаҡ медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Әммә йыш ҡына тешләнгән кешеләр, бигерәк тә йорт эттәре тешләһә, дауаханаға бармай ҡалырға тырыша. Берәҙәк һәм йорт эттәренең ҡурҡыныс ауырыуҙар таратыуҙары бар, уларҙың береһе-ҡотороу ауырыуы. Был ауырыу кеше өсөн үлемесле. Ҡотороу ауырыған хайуандарҙың төкөрмәһе аша йоға, ул кеше тиреһенә тешләгәндә эләгә.

 

Белгес фекере:

БР Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы начальнигы Гүзәл ФӘХРЕТДИНОВА:

– Бала берәҙәк  эттәр тураһында артабанғы ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ белергә тейеш. Ата-әсәләрҙең туранан-тура бурысы – баланы берәҙәк эт менән осрашҡанда үҙен дөрөҫ тоторға өйрәтеү. Хатта иң изге эт тә, тәү сиратта – хайуан. Тәү сиратта, бала әгәр эткә нимәлер янаһа, эт үҙенең ризығын һәм үҙенең көсөктәрен яҡлаясағын белергә тейеш. Шуға күрә көсөктәрҙе  ҡарарға йәки нимәлер ашаған эткә яҡын барырға ярамай. Балаға берәҙәк эттәрҙе ашатырға ла тыйыла.

Эт янында йүгереү һәм ҡысҡырыу ҡурҡыныс. Таяҡты ла һелкетергә ярамай. Ҡул болғау ҙа эттә “ҡурҡыу агрессияһы”  тыуҙырыуы ихтимал. Хатта хәрәкәтсән балалар уйындарын да эт  “хәүеф” тип ҡабул итә ала. Ҡасып барған кешене ул көсһөҙ йән эйәһе тип һанай, уны еңергә мөмкин һәм мотлаҡ шулай  кәрәк, тип фекер йөрөтә.

Эткә арҡа менән торорға ярамай. Иң мөһиме, баланы киҫәтергә кәрәк. Әгәр уны эт баҫтырһа, туҡтап, уға йөҙ менән боролорға һәм күҙҙәренә  тура ҡарарға кәрәк. Был осраҡта эт баланың унан ҡурҡмауын аңлай, уның көслөрәк булыуына төшөнә башлай. Әгәр эт туҡтаһа, уны күҙҙән ысҡындырмайынса, арҡа менән сигенергә кәрәк. Әгәр эргәлә эттәр булһа, компанияла булыу яҡшыраҡ. Эттәр өйөрө үҙ биләмәһендә йәшәй һәм уны баҫып инеүҙән һаҡлай. Эттәр психологияһы шунан ғибәрәт: “биләмә”  сиктәрен үткән бер нисә кешене эттәр ҙә көтөү кеүек ҡабул итә. Бындай осраҡта улар яңғыҙ кешегә һөжүм итә ала, ә кеше “көтөүен” иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙы хуп күрәләр. Шуға күрә, бындай хәлдә балаға компанияла булыу хәүефһеҙерәк.

Әйткәндәй, үткән йылда Өфөлә теркәлгән осраҡтарҙа (урамда малайҙы баҫтырҙылар) урамда йөрөгән эттәр балаға өйөр булып ташланды. Унан алда Учалылағы ваҡиға, иҫләйһегеҙҙер, фажиғә менән тамамланды.

Һәр хәлдә,  бигерәк тә эттәр эҙәрлекләгән урындарҙа йөрөргә ярамай. Әгәр бер нәмә лә эшләмәһәк,  берәҙәк  эттәр өйөрҙәре арта ғына барасаҡ һәм ҡала халҡына хәүеф янаясаҡ..

Автор:Римма Галимова
Читайте нас: