Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
11 Июнь , 11:05

Халыҡ шағиры вафат булды

 Башҡортостан әҙәбиәте һәм фәне ауыр юғалтыу кисерҙе. Өфөлә оҙайлы ауырыуҙан һуң билдәле ғалим-энциклопедист, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рәшит Шәкүр 88-се йәшендә вафат булды.

Шәкүров Рәшит Закир улы (Псевдонимы Рәшит Шәкүр) РФ һәм БР яҙыусылар союзы, РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, халыҡ-ара төрки академияһы академигы, БР мәғариф отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР-ҙың  Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар  лауреаты ине.

Рәшит Закир улы 1937 йылдың 11 ғинуарында БАССР-ҙың Әлшәй районы Яңы Абдрахман ауылында (Хәҙер был ауыл Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районына ҡарай) тыуған. 1952-1956 йылдарҙа Октябрьский нефть техникумында уҡый. 1956-1959 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1972 йылда СССР Фәндәр академияһының  тел ғилеме институты аспирантураһын отличие менән тамамлай. 1965-1969 йылдарҙа «Совет Башкортостаны»республика гәзитенең мәҙәниәт һәм көнкүреш, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй. 1972-1992 йылдарҙа-Рәсәй Фәндәр академияһы Башҡортостан ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты, «Ағиҙел»журналы редакцияһының бүлек мөдире була. 1992 йылда Р. З. Шәкүров Башҡортостан республикаһы хөкүмәтенең Башҡорт энциклопедияһын булдырыу тураһындағы ҡарарын үтәү өсөн ТТӘИ эргәһендә башҡорт энциклопедияһы бүлеген ойоштора. Ул Салауат Юлаев, Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдинов, Мөхәмәтша Буранғолов, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Һәҙиә Дәүләтшина, Яныбай Хамматов һәм башҡа күренекле милли мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең тормошо һәм ижады тураһында әҙәбиәт ғилеме очерктары ижад итә. «Билдәле башҡорттар» китабында Башҡортостандың 40-тан ашыу билдәле тарихсыһының ғилми биографияһы баҫылған. Ул Шулай уҡ Көньяҡ Урал топонимияһы буйынса ҙур белгес булараҡ билдәле. 2011 һәм 2012 йылдарҙа республикала беренсе «Башҡорт диалектологияһы»уҡыу әсбабы баҫтырып сығара. Уның топонимия һәм диалектология буйынса хеҙмәттәре студенттар, аспиранттар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн өҫтәл китаптары булып китә. Ғалим һәм яҙыусының фольклор өлкәһендәге күп йыллыҡ эҙләнеүҙәре һәм тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе булып «Йырлаусы торналар иле» йыйынтығы тора (1996). Рәшит Шәкүр 7 монография авторы, ә дөйөм алғанда 400 фәнни баҫма авторы. Бынан тыш, ваҡытлы матбуғатта әҙәбиәт, топонимика, диалектология, халыҡ ижады, тарих һәм рухи ҡиммәттәр  буйынса 900-ҙән ашыу мәҡәлә баҫтырып сығара. Ул төрлө жанрҙарҙа яҙылған 30-ға яҡын китап, шул иҫәптән 9 шиғри йыйынтыҡ авторы. Рәшит Шәкүрҙең айырым шиғырҙары рус, украин, ҡаҙаҡ, төрөк, болгар, немец, сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. Шағирҙың шиғырҙары тәрән уйҙар, үҙенсәлекле образлылыҡ менән айырылып тора. Улар тыуған илгә ҡайнар һөйөү, туған телде, юғары рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау тураһында хәстәрлек менән һуғарылған. Рәшит Шәкүр - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының әҙәби тексының авторҙашы. ул шулай уҡ  башҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Ул  шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән күп һәм емешле шөғөлләнгән. Студент йылдарында уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәби берекмәһе менән етәкселек итә, БДУ-ның комсомол комитеты ағзаһы була. Артабан да, БР Яҙыусылар союзы секциялары һәм идараһы эшендә ҡатнашып, йәш таланттарҙы әҙәбиәттә асыҡлауға һәм тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә. 1989-1991 йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәген етәкләй, республика суверенитеты өсөн көрәшкә ҙур өлөш индерә. 1994 йылдан 2018 йылға тиклем «Мең ырыуы союзы»төбәк йәмәғәт ойошмаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе була. 1995, 2002, 2010 йылдарҙа I, II һәм III бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайлана, 2002 йылдан 2016 йылға тиклем, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, уның эшендә әүҙем ҡатнаша. 1999-2011 йылдарҙа Рәшит Шәкүров-Башҡортостан Республикаһы президенты аппараты ҡарамағындағы административ-территориаль ҡоролош буйынса комиссия ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ҡарамағындағы  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең  «БР халыҡтары телдәре тураһында» БР законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-редакция советы, «БР Фәндәр академияһы хәбәрҙәре» һәм «Ағиҙел» журналдары редколлегияһы ағзаһы,  М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының ғилми советы ағзаһы.  «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо» белешмәһендә (2007 һәм 2017 йылғы баҫмалар) Башҡортостан республикаһы тораҡ пункттарының атамаларын башҡорт телендә яҙыу буйынса эште тәүге тапҡыр тулы күләмдә филология фәндәре докторы, профессор Р.З. Шәкүров башҡара. Рәшит Шәкүров күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены (2007), «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2003), БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. 2011 йылда ул РФФИ (Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды) һәм БР Фәндәр академияһы грантына, 2012 йылда Өфө ҡалаһының «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» почет билдәһенә лайыҡ була. 2011 йылдың декабрендә уға йәмәғәт премияһы бирелә. 2021 йылдың майында «Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры»исеме бирелә. «Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме 2018 йылдың авгусында бирелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының аҡһаҡалдар Советы ағзаһы була.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ…

 

Халыҡ шағиры вафат булды
Халыҡ шағиры вафат булды
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: