Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Июнь , 11:40

Махачкала һәм Дербентта теракттар

Дағстан властары республикалағы теракттар менән бәйле өс көнлөк матәм иғлан итә.

 Дағстанда боевиктарҙың Махачкала һәм Дербенттағы синагогаларға һәм сиркәүгә һөжүменән һуң өс көнлөк матәм иғлан ителә. Бөтә күңел асыу саралары туҡтатыла, флагтар төшөрөлгән. Һөжүм һөҙөмтәһендә 15 полиция хеҙмәткәре һәм бер нисә граждан һәләк була.Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, үлтерелгән боевиктар араһында Сергокалинский районы башлығы Магомед Омаровтың улдары булыуы ихтимал, уны ҡулға алалар һәм һорау алалар. Дағстанда боевиктарҙың Махачкала һәм Дербенттағы синагогаларға һәм сиркәүгә һөжүменән һуң өс көнлөк матәм иғлан ителә. Тейешле указға республика башлығы Сергей Меликов ҡул ҡуйҙы. "24, 25 һәм 26 июнь Дағстанда матәм көндәре тип иғлан ителде», — тиелә баҫмала. Республикала бөтә күңел асыу саралары, шулай уҡ радио һәм телевидениела тапшырыуҙар туҡтатылды. Ҡайғы билдәһе итеп биналарҙа флагтар төшөрөләсәк. Властар Дағстан хөкүмәтенә һәләк булғандарҙың һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн саралар күрергә ҡуша.

Махачкала һәм Дербентта теракттар
Махачкала һәм Дербентта теракттар
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: