Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Июль , 15:50

ЯҠТАШЫБЫҘҘЫҢ ЙӘНЕ ЙӘННӘТТӘ БУЛҺЫН!

Махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең  сәхнә машинисы Алексей Семенович Иванов батырҙарса һәләк булды.

Иванов Алексей Семенович 1982 йылдың 12 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18 - се профессиональ училищеһына автомеханик йүнәлеше буйынса уҡырға инә, унда автотранспорт сараларын ремонтлау буйынса слесарь квалификацияһын ала.

2001 йылдан 2003 йылға тиклем Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт итә. 2014 йылдың ноябрендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенә сәхнә машинисы сифатында эшкә алына. Берекмәлә  хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында үҙен үҙ эшен белгән юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтә. Алға ҡуйылған бурыстар өҫтөндә дәртләнеп эшләй аралашыусан була. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ул Ватанды яҡлап хеҙмәт итә. Ул үҙ эшенең профессионалы була, үҙ бурыстарын намыҫлы һәм юғары яуаплылыҡ менән башҡара, һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙамға килә. Алексей Семенович батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, һуғыш яланында батырҙарса һәләк була.

 Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе хакимиәте ғаиләнең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Геройҙарға, Ватанды һаҡлаусыларға мәңгелек дан!

Автор:Римма Галимова
Читайте нас: