Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
11 Июль , 17:00

Мутлашыусыларға тәүлек эсендә 6 миллион һум күсергәндәр

Мутлашыусыларға тәүлек эсендә 6 миллион һум күсергәндәр
Мутлашыусыларға тәүлек эсендә 6 миллион һум күсергәндәр

Аферистар аҡса урлар өсөн үҙҙәрен банк һәм брокер компанияһы хеҙмәткәре итеп танытҡан.

Мутлашыусылар тоҙағына эләккән кешеләрҙең береһе - Өфөлә йәшәгән 23 йәшлек егет. Уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, уның исеменән «кредит алырға маташыуҙары» хаҡында иҫкәрткән. Аҡсаларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә ҡушҡан. Егет күп тә уйлап тормай, телефондан әйтелгәнде барыһын да үтәгән, һөҙөмтәлә 1 миллион 320 мең һумын юғалтҡан.

Икенсе осраҡта Стәрлетамаҡта йәшәгән 65 йәшлек пенсионерҙы алдағандар. Башта ҡатынды аҡсаларын инвестицияға һалырға күндергәндәр, тик һуңынан уға был компанияның банкрот булып хәбәр итәләр. Мутлашыусы зыянды бүләк акциялары менән ҡапларға тәҡдим иткән, ә уларҙы алыр өсөн йәнә инвестиция янсығын бүләккә тиң суммаға тулыландырырға кәрәк була. Пенсионер йәнә аферистарға аҡса күсерә. Дөйөм алғанда, ҡатын енәйәтселәргә миллион һумдан ашыу аҡса ебәргән.

Әлеге факттар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: