"Колхоз баҙары" туҡталышында 35-се маршрут буйынса йөрөгән автобус янып киткән.
Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, тиҙ ярҙам, ЮХХДИ, полиция, Росгвардия барып еткән.
Янғын һөҙөмтәһендә йәрәхәт алыусылар теркәлмәгән. Әлеге ваҡытта янғын һүндерелгән. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү эштәре башланған.
Был турала Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.