Мәҫәлән, Яңауылда 55 йәшлек хеҙмәтсе ҡатын « финанс белгестәре» тәҡдиме буйынса енәйәтселәргә 7,727 миллион һум аҡсаһын күсергән. Өфөлә «Пенсия фонды»нан һәм «ФСБ»нан шылтыратыу буйынса периноталь үҙәк санитары 790 мең һум кредит алып ебәрә. Ә Бөрөлә йәшәүсе пенсионер -«РДК директоры» һәм «ФСБ»нан шылтыратыу буйынса 1,28 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.