Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
23 Август , 11:00

Ә мин үлмәгәнмен…

Берәү янына бишәү һыя тиһәләр ҙә, Райхана инәй, нишләптер, иркен йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан,  4 баланан һуң ауырға уҙғанын белгәс, үҙ белдеге менән был сабыйынан ҡотолмаҡ була. Ләкин “ауыры” төшмәй ҙә ҡуя,  тик бер айға иртәрәк яҡты донъяға ауаз һала ул. Был ваҡиға хаҡында бер кем дә иҫләмәҫ ине, әгәр йылдар үткәс  фәҡәт ошо сабыйҙы ҡабул иткән акушер был хаҡта ҡыҙҙың үҙенә ҡунаҡта саҡта “ҡыҙма” булып алғас һөйләмәһә…

Ошо әсәһенең балаһына ҡаршы төшөүе лә, бәлки, Зөмәрәнең бар тормошон үҙгәрткәндер ҙә. Буй еткереп, яратҡан егетенә кейәүгә сығырға йөрөгән сағында ул юл хәрәкәте фажиғәһендә ғүмерлек зәғиф булып ҡала… Ауыл фельдшерының: “Һин донъяға килгән мәлдә ҡолаҡтарың ҡап-ҡара ине” тигән һүҙҙәре әле иҫендә уның… Нисек кенә булмаһын, Зөмәрә әсәһенә ҡарата асыу тотмай. Бер-береһен аңлап йәшәйҙәр. Бер-береһенең ҡәҙерен беләләр.

Ә бына ул саҡтағы “кендек инәһе”нең асылып китеүе лә осраҡлы түгел. Ул үҙе лә ата-әсәһенең  “аҫрауға” алған ҡыҙҙары бит. Был серҙе лә ул ата-әсәһен ерләгәс кенә белгән. Төпкөл башҡорт ауылында Тимербикә исемле ҡыҙ булып үҫһә лә, поп ҡолағына әйткән исеме Татьяна Паромова булған уның. Хабаровский крайынан алып ҡайтҡандар уны, шунда хеҙмәт иткән офицер ғаиләһе ҡыҙлыҡҡа алған. Ата-әсәһенең ысын исем-шәрифтәрен белгәс,  ул саҡтарҙа үҙенең дә тупылдап үҫеп килгән балаларын ҡәйнәләренә ҡалдырып, ире менән үҙенең тыуған яҡтарына барып, үҙенең биологик әсәһен эҙләп юл ала Тимербикә. Һәм был осрашыу уның күңелендә бары тик уңалмаҫтай яралар ғына ҡалдыра.

Атаһы Андрей эсергә яратҡан кеше булған тиһәм хәтере ҡалыр, хәмер ҡолона әйләнгән бәндә була. Ғаилә осон-осҡа ялғап саҡ йәшәй. Дүрт балалы ғаиләне Татьянаның әсәһе Анна ғына тотоп тора. Андрей эскән сағында күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ҡатынына ҡул күтәрергә лә тартынмай. Сираттағы ыҙғышта Анна иҫен юя һәм уны “Ашығыс ярҙам” менән өлкәләге дауаханаға оҙаталар. Туғыҙ айлыҡ Татьяна атаһы менән ҡала, ҡалған балаларҙы Аннаның әсәһе Пермь крайына алып китә. Бер килһә килә бит ул, фәҡәт ошо мәлдә бәләкәй Таняның муйынына шеш сыға.  Район үҙәге дауаханаһында уға операция яһайҙар һәм “был бала оҙаҡҡа бармаясаҡ” тигән мөһөр менән сығарып ебәрәләр.

– Биологик атайым мине тышта санала ҡалдырған да ашханаға ашарға инеп киткән…Ә мин үлмәгәнмен… Әсәйем дауахананан сыҡҡанда мине атайымдың,  ҡатыны бала таба алмаған,  өс туған офицер ағаһы  алып киткән булған. Әсәйемә мине операция ваҡытында үлде тигәндәр. Баш мейе һелкенеп үҙе саҡ торған әсәйемдә минең ҡайғым булмағандыр инде, – тип һүҙен тамамлаған булған Тимербикә инәй...

Римма ҒӘЛИМОВА.

Исемдәр үҙгәртелде.

 

Ә мин үлмәгәнмен…
Ә мин үлмәгәнмен…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: