Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Август , 17:25

Тоҙаҡҡа эләгеүселәр табылып тора

Мутлашыусылар төрлө һылтауҙар менән республика халҡынан аҡса урлауҙы дауам итә.

Башҡортостандың өс кешеһе, мутлашыусыларға ышанып, банк алдында бурыслы булып ҡалды. Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә медицина учреждениеларының береһендә эшләгән 54 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итте. Ҡатын уға билдәһеҙ номерҙарҙан бер нисә шылтыратыу килгәнен һөйләне. Шылтыратыусылар үҙҙәрен кәрәзле элемтә һәм банк белгесе булып таныта. Мутлашыусылар Өфөлө банк иҫәбе «емерелеүенә» һәм аҡса тупланмаларын һаҡлап ҡалыу өсөн «яңы» кредит алырға кәрәклегенә ышандыра. Ялған хеҙмәткәрҙәргә ышанып, ғариза биреүсе 2 миллион һумға яҡын кредит рәсмиләштерә һәм алынған аҡсаны аферисттарҙың иҫәбенә күсерә. Октябрьский ҡалаһы һәм Нуриман районы халҡы инвестиция һалырға маташҡанда мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләгә. 59 һәм 50 йәшлек ир-егеттәр мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә һәм интернет селтәрендә «еңел» эш хаҡы тураһында иғлан тапҡандары тураһында һөйләй. Сайтта үҙенең мәғлүмәттәрен ҡалдырғандан һуң, бер аҙҙан уларға «белгес»тән шылтыратыу килә. Шылтыратыусы ғариза биреүселәргә шәхси кабинет асырға ярҙам итә һәм ҙур табыш алыу өсөн байтаҡ аҡса һалырға кәңәш итә. Ир-егеттәр кәңәштәргә ҡолаҡ һала һәм күп миллионлы кредиттар ала. Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 59 йәшлек ир кредитҡа-4,5 миллион һумдан ашыу, ә Нуриман районында йәшәгән 50 йәшлек ир 2 миллион һум самаһы аҡса алған. Алынған аҡсаны зыян күреүселәр «инвестиция аҡса янсығына» индерә, әммә вәғәҙә ителгән килемде ала алмай. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Аҡса күсерер алдынан инвестиция платформаларын тикшерегеҙ! Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп аҡса эшләү тәҡдимдәре һеҙҙең менән мутлашыусылар бәйләнешкә инеү хәүефен арттыра. Банк иҫәбенә зыян килтерергә мөмкин булған бындай ғәмәлдәрҙән ҡасығыҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте буйынса Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.



Тоҙаҡҡа эләгеүселәр табылып тора
Тоҙаҡҡа эләгеүселәр табылып тора
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: