Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Сентябрь , 17:05

БАШ ҠАЛАҒА ТИКЛЕМ ЙӘЙӘҮЛӘП…

Һамарҙан Мәскәүгә йәйәү барып буламы? Ниңә булмаһын, Һамарҙа йәшәүсе35 йәшлек  Евгений Юрьев  шулай хәл итә  лә һәм йәй буйына үҙенә мажара ойоштора. Ул 15 июндә өйөнән сыға һәм 75 көндән һуң, 1080 км үтеп, баш ҡалаға барып етә.

БАШ ҠАЛАҒА ТИКЛЕМ ЙӘЙӘҮЛӘП…
БАШ ҠАЛАҒА ТИКЛЕМ ЙӘЙӘҮЛӘП…

Евгений, ҡаты сәйәхәттәр (ҡырағай-ҡырағай, үҙе әйтеүенсә) яратыусы, минималь әйберҙәр менән йөрөй, ваҡыты-ваҡыты менән плащ-палаткала йоҡлай, кәрәк булғанса ашай (ҡайһы берҙә хатта бөжәктәр менән туҡланырға тура килә). Евгений һыуҙы ҡул көсө менән фильтрлай һәм таш балталар яһай белә. Әммә сәйәхәтсе технологиянан да баш тартмай: ул  үҙенең сәйәхәтен видеоға төшөрә, юлда монтажлай һәм даими рәүештә үҙенең каналында баҫтыра. Бәхеткә күрә, юлда уға техниканы зарядларға ярҙам иткән яҡшы кешеләр осрай. Һәм йыш  ярҙам итәләр. Евгений Мәскәүҙә оҙаҡ тормай. Унан ул поезда өйөнә ҡайта, әммә яңы мажаралар эҙләргә йыйына.

Р.БАЙРАМОВА.

БАШ ҠАЛАҒА ТИКЛЕМ ЙӘЙӘҮЛӘП…
БАШ ҠАЛАҒА ТИКЛЕМ ЙӘЙӘҮЛӘП…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: