Башҡортостан Республикаһында өс бала һәләк булған янғын йорттоң сығыу урынында башланып, уларға юл киҫеүе ихтимал. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика баш идаралығының район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре бүлегенең өлкән дознавателе Булат Хәсәнов хәбәр итте. "Янғын, фаразлауҙар буйынса, төп сығыу урынында башланып, балаларға юл киҫергә мөмкин", - тине Хәсәнов, Уның видеояҙмаһы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Telegram-каналында баҫылған.
Кисен Иҫке Балтас ауылындағы Киров урамында бер ҡатлы ағас йорт янып киткән. Ғәҙәттән тыш хәл урынында 16, 9 һәм 3 йәшлек өс малайҙың кәүҙәләре табыла. Балаларҙы төрлө бүлмәләрҙә табалар: өлкәнен - прихожаяла, 9 йәшен-ванна бүлмәһендә, иң кесеһен - йоҡо бүлмәһендә. Янғын ваҡытында ихатала велосипедта йөрөгән 12 йәшлек бала ғына иҫән ҡала. Ғаиләнең атаһы иахсус хәрби операцияла, әсәһе эш буйынса киткән булған. Балаларҙың үлеме факты буйынса һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған (РФ Енәйәт кодексының 109-сы статьяһы). Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, урынға республика психотерапия үҙәге белгестәре килгән. Улар һәләк булғандарҙың яҡындарына психологик ярҙам күрһәтә.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Фото: интернет селтәренән.