Ул саҡта 15 йәшлек Вика ата-әсәһе менән конфликттан һуң госпиталдән китә - улар операция яһатыуҙы талап итә һәм уны тыуған көнө менән ҡотламай. Шул ваҡыттан алып уның тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр булмай. Уны бөтә ҡала буйлап эҙләйҙәр: 450 шаһиттан һорау алалар, 84 том эш материалдары йыйып алалар, күп эҙләү саралары үткәрәләр, хатта водолаздарҙы йәлеп итәләр. Күптән түгел Сестрорецк камераларында 24 йәшлек Виктория теркәлгән. Ул башта дуҫында, һуңынан бер ир менән йәшәп, ике бала таба. Ул табиптарға мөрәжәғәт итмәйенсә генә ике балаһын да өйҙә тапҡан… Ҡыҙ бер ҡасан да туғандарын ғәфү итмәй һәм улар менән аралашырға теләмәй.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Фото: интернет селтәренән алынды.