Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Июнь 2025, 11:50

Селпәрәмә килгән хыялдар…

Бурятияла ир үҙенең элекке ҡатынын һәм уның  әсәһен яҡларға маташҡан ҡыҙын үлтерә.  

Селпәрәмә килгән хыялдар…
Селпәрәмә килгән хыялдар…

17 йәшлек Катя табип булырға хыяллана. Ул йыш ҡына олатай менән өләсәһенә, һөнәрен үҙләштергәндән һуң, уларҙы дауалаясаҡмын, тип әйтә. Ошо маҡсат өсөн ҡыҙ тырышып уҡый, мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай һәм БДИ тапшырыуға әүҙэм әҙерләнә. Әммә уның имтихандары һөҙөмтәләрен белмәйәсәкбеҙ инде, Сөнки Катяны үлтергәндәр.

 Күптән түгел уның әсәһе янына элекке ире Сергей килә. Ир башҡа ҡатын менән йәшәй, әммә үткәндәр уны ебәрмәй. Мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға теләп, ул элекке ҡатынын мунсаға һөйрәп алып китә, унда бысаҡ сығара һәм уны  һуя башлай. Ул йән ғазабы менән  бөтә көсөнә  ҡысҡыра, Хатта быны Катя ишетә. Ҡыҙ әсәһен бәләгә ҡалдыра алмай. Өйҙән  йүгереп сығып, әсәһенә ярҙамға ашыға, Әммә Сергей быға әҙер була. Кирбес алып, ул үҫмерҙең башына ныҡ итеп һуға, ә һуңынан уға бысаҡ менән ташлана. Шул рәүешле икеһен дә үлтерә. Шул уҡ ваҡытта Катяны олатаһы менән өләсәһе бөтөнләй яланғас ятҡан тип раҫлай. Улар Сергей уны сисендереүе ихтимал  тип уйлай. Был версия дөрөҫ булыуы мөмкин, сөнки ул элек көсләү өсөн хөкөм ителгән булған. Иң аяныслыһы: яҙ көнө,  ошо ир  өйҙәгеләргә ҡул күтәреп, тауыш сығарған саҡта уҡ  полиция уны ҡулға алған булһа, был фажиғәле хәл ошолай ҡот осҡос тамамланмаҫ ине.... Ә хәҙер һуң инде. Интернетта был ваҡиғаға ҡарата төрлө фекерҙәр бар. Ләкин өҙөлгән ғүмерҙәрҙе ҡайтарып булмай шул!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар: интернет селтәренән алынды.

Селпәрәмә килгән хыялдар…
Селпәрәмә килгән хыялдар…
Селпәрәмә килгән хыялдар…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас